Читать онлайн Мин яратҡан өс хәреф бесплатно
Баш һүҙ
Күптән түгел, ваҡыт үтеү менән барыһы ла онотола, хәтерҙә тик ниндәйҙер өҙөктәр генә ҡалғанын аңғарып ҡалдым. Теге, йәки был әҫәрҙе лә уҡығанымды иҫләйем, әммә ни тураһында һүҙ барғаны хәтергә төшмәй. Уның урынына был китап менән танышҡан саҡта тыуған хис-тойғолар ҡалҡып сыға. Шуға ла тормошта күберәк сағыу тәьҫораттар йыйырға кәрәклеген аңланым.
Ә ҡайһылыр ваҡытта ниндәй хис-тойғолар менән йөрөүеңде хәтерләр өсөн, шул ваҡыттағы уйҙарыңды яңыртыу зарур. Ошо маҡсатта ла был йыйынтыҡты баҫтырырға булдым. Бындағы әҫәрҙәрҙә (бөтәһендә лә түгел) мине төрлө йылда, төрлө йәштә борсоған уйҙар йәшерелгән.
Йыйынтыҡ апрелдә үк донъя күрергә тейеш ине. Сөнки был айҙа мин сирек быуат йәшемде тултырҙым. Әммә тотош донъяны баҫып алған ҡороғорвирус пландарыма үҙ төҙәтмәһен индерҙе. Тик борсолорға урын юҡ. Был ваҡыт миңә хикәйәләремде ҡабат-ҡабат уҡып сығырға, хәтерҙе яңыртырға форсат бирҙе. Бында ингән әҫәрҙәрҙең береһе лә иҫ китерлек түгел, әммә улар миңә йәшлегемде уҙғарған ваҡыт кеүек ҡәҙерле. Ошо йыйынтыҡты баҫтырып, тормошомдоң ниндәйҙер бер этабын тамамларға теләйем. Сөнки алда яңы сирек быуат бар.
Китаптың исеменә килгәндә, был ябай шаяртыу ғына түгел, ул тәү сиратта тыуған ҡалама бағышлау. Бындағы әҫәрҙәрҙең барыһы ла Өфөгә күскәс яҙылған. Әле лә был һүҙҙәрҙе ҡояш аҫтында ҡыҙынып, “Ватан” этно-паркынан ары торған майҙансыҡтағы эскәмйәләрҙең береһендә яҙып ултырам. Бында ижад ҡайнай: алда өйһөҙ әҙәм ДДТ төркөмөнөң “Это все” йырын һуҙа, унан ары үҫмер ҡыҙҙар “Тик-ток” өсөн видео яҙҙыра…
Был йыйынтыҡты мин әсәй-атайыма бағышлайым. Тап улар тәрбиәһендә үҫкәнгә ошо ижад юлына баҫҡанмындыр ҙа, тап улар ярҙамында ерҙә ныҡ торам. Был йыйынтыҡты мин, шулай уҡ, тормош юлын бергә үтергә насип булған дуҫтарға, һүҙ-кәңәш менән дәртләндереп торған таныштарға бағышлайым.
Мин яратҡан өс хәреф
Өфө – ғәжәп ҡала. Үҙенең йөҙәрләгән йыл тарихы эсендә ул Рус дәүләтенең иң көнсығыш нөктәһе лә, коминтерн үҙәге лә булып өлгөрә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙы берләштергән ҡала әле лә булһа биҫтәләргә бүленеп уларҙың үҙенсәлеген һаҡлай. Ике быуат элек төҙөлөп ҡыйшайып бөткән ағас өй янында егерме ҡатлы таш һәм быяла йорт тороуы аптырарлыҡ түгел. Өфө – тарих һаҡсыһы. Был ҡала урамдары әле һаман ағас ҡырҡыусы Ириада Чижованың модалы итек тауыштарын, Аксаковтарҙың уйланыуҙарын, Бабичтың йылмайыуын, Долорес Ибаррури сығыштарын, Рәми Ғарипов ярһыуын һаҡлай…
Католиктар үҙәге Ватикан булһа, Рәсәй мосолмандары үҙәге булған Өфө үҙ эсенә 1700 Ватиканды һыйҙыра, әммә шул уҡ ваҡытта ун ике йыл буйына бер мәсетте төҙөп бөтөрә алмай. Был ҡаланы кәмһетеү түгел, саҡрымдарға һуҙылған тығындары ла, ямғырҙан һуңғы бәшмәк кеүек үҫкән рэперҙары ла Өфөнөң ҡабатланмаҫ йөҙөн булдыра. Ул йөҙҙө һәр кем үҙенсә күрер. Кәйефеңә ҡарап баш ҡала урамдарында Һомайғошто ла, шүрәлене лә осратырһың. Берәүҙәр Өфөнө тиң күрмәй ситкә күсә, икенселәре бында илһам ҡанаттарында осоп килеп һуңғы төйәген таба. Тау башында балҡыған бер ҡала шул тауҙан тәгәрәтеп төшөрөп йәрәхәтләүе лә, Салауаттың атына ултыртып иркәләтеүе лә ихтимал. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ер бер-береһен ғүмерҙә осратмаясаҡ егет һәм ҡыҙҙарҙы бер подъезда йәшәтә ала…
Эйе, Өфө – тарих һаҡсыһы. Миллионлаған яҙмыш тарихы, ҡыуанысы, ҡайғыһы бында аяҡ аҫтында ятҡан ташта, стена булып ҡатҡан ташта, ҡәбер өҫтөн баҫҡан ташта яҙылған. Мин Өфөгә ғашиҡ. Һеҙ ҙә уны яратырһығыҙ тип ышанам.
***
Дим трамвай рельстары буйлап атлап ҡуртымға йәшәгән йорт ҡапҡаһына барып төртөлдө. Ҡойоп үткән ямғырҙан һуңғы ағас өй ҡарайып, тағы ла ҡотһоҙораҡ ҡиәфәткә ингән. Ҡыйыҡ булып хеҙмәт иткән тутыҡҡан ҡалай түшәме елгә бөгөлөп ҡунағын сәләмләп ҡуйҙы. Си Цзиньпин урамында йәшәүе еңелдән түгел. Ҡапҡа артынан ғына бында таңдан алып трамвай йөрөй, ул үткән саҡта люстра ғына түгел, иҙән таҡталары ла ритайымға төшә. Етмәһә, Өфө тауҙарҙа нигеҙләнгән, биллаһи бында метро түгел, фуникулерҙар төҙөү отошлораҡ.
Урамдың нисек урынлашыуына ҡарап автомобиль менән дә йортоң алдына килеп етә алмаҫһың. Үҙ торошо менән Си Цзиньпин урамы бөлгөнлөккә төшкән ауылды хәтерләтә. Совет осоронда уны перспективаһыҙ тип атарҙар ине. Тау битләүендә теҙелгән шәхси йорттар ҡаршылағы уба башында үҫкән күп фатирлы яңы йорттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултыра. Икеһе лә бер-береһен күрмәҫкә тырыша, әммә Димгә ул ҡәҙерле, сөнки төнгө йондоҙҙарҙы шул йорттағы фатирҙарҙың уты алыштырған.
Фәлән ауылдағы кеүек үк Си Цзиньпин тотҡондарының да үҙ иҫтәлекле урыны бар. Тик был ерҙе туристарға күрһәтмәҫһең, урындағылар үҙҙәре лә уны оноторға һәм күрмәҫкә тырыша, әммә баҡса артында киңәйеп ятҡан бысраҡ күлгә иғтибар итмәй булмай. Күл матур һүҙ, әммә уға артыҡ хәрефтәр өҫтәлеү менән күләүеккә әйләнеүен онотмаҫҡа кәрәк.
Бернисә йыл элек күп ҡатлы йорттар менән бергә ҡалҡа башлаған йырындағы бысраҡ һыу, бөгөн шәхси милекселәр һәм төҙөлөш компанияһы араһында ҡупҡан низағ сәбәпсеһе. Күлгә аҡҡоштар эйәләһә бер хәл, унда баҡалар йәшәүе күңелде ҡыра. Ауылдағылар (шәхси йортта йәшәүселәрҙе шулай атарға булдым) компания хужаһының кәрәгенә бирергә шат булыр ине лә, замдар артына йәшенгән эшҡыуарҙы ҡайҙан табырһың? Эшҡыуар ҙа был йорттарҙы емереп үҙенекен төҙөр ине, халыҡ аҡсаһын күп һорай, кеме бөтөнләй күсергә риза түгел. Бына шулай: берәүҙәре сереп барған йорттарына, икенселәре һимерә барған кеҫәһенә йәбешеп йәшәй бирә.
Дим тупһаһын шығырлатып йортона инде. Өй эсендә тыштағы кеүек үк ҡурҡыныс күренеш түгел. Ни бары кухня һәм бер бүлмәнән ғибәрәт торлаҡ, бай өләсәй көнкүрешен хәтерләтә. Бында сылтыр шишмә моңон һаҡлаған гәлсәр сервис төпләнгән сервант та, тышлыҡты тишеп сыҡҡан пружиналар буйынса кешенең нисек ултырыуын билдәләп булған ҡәнәфи ҙә, калейдоскоп һүрәтен мәңгеләштергән келәм дә бар. Гипстан яһалған Ленин бюсы ғына етмәй, ҡалғанында Дим өлгөлө пионер. Һәм һәр намыҫлы пионер кеүек ул иртәһен физик күнегеүҙәр эшләп, ә кистәрен киләһе көнгә тамаҡ бешереп үткәрә. Башҡаларға оҡшамаған бер генә йолаһы бар. Көн һайын киске ун бер тулғас ул өйөнөң утын өс тапҡыр һүндереп, кире тоҡандыра. Аҙаҡ йырын аша ҡаршылағы убала урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң дүртенсе ҡатындағы бер тәҙрәнән ошондай уҡ яуап килә. Гөлдөң яуабы. Шул уҡ Гөл фекеренсә, Дим менән улар иң яҡшы дуҫтар. Рәйес Түләктә нисек әле: “Ике дуҫтың береһе ҡол була?” Был осраҡта Дим Гөл һипкән нур ҡоло. Көнө-төнө шул нурҙа наҙланып йәшәр ине лә, һәр яҡшы егет кеүек үк ул мәңге дуҫ ҡорона ингән әҙәм.
Гөл менән дуҫлыҡ Димгә файҙаға ғына. Йыш осраҡта ҡыҙ трамвай туҡталышына сыҡҡан саҡта Димдең тәҙрәһенә шаҡып уны уятып ҡуя. Уянмай ни!? Аҙна үтеү менән теләһә ниндәй будильник тауышына өйрәнеп була, ә күңелгә хуш ҡыҙҙың туҡылдатыуын нисек йоҡлап ҡалмаҡ кәрәк? Ҡайһы саҡ Дим үҙе иртәрәк тороп туҡталышҡа барған Гөлгә тәҙрә аша сәй яһап бирә. Ярым шаяртыуҙарға ҡоролған әңгәмәнән тыш, иртән кәйеф булдырырға башҡа бер ни кәрәкмәй ҙә.
Был кистә лә Дим ун бер тулыу менән ут менән шаярып алды, тик өсөнсөгә лампочканы тоҡандырыу менән ул үҙе кире һүнергә ашыҡты. Түбәлә үҫкән “грушаның” нәҙек ҡылы бындай ҡыҙыу егеттең ялҡынлы сәләменә түҙмәне. Өҙөлдө. Теге ярҙан яуап килгәс тә, Дим ут йүнәтергә тотондо. Лампочка соландағы тумба тартмаһының береһендә бар шикелле…
Үҙ уйҙарына сумған Дим күл яғынан килгән ҡысҡырыуҙы баштан уҡ ишетмәне шикелле. Ул шымып ҡалғас ҡына ниҙәндер шикләнә башланы. Бернисә секундтан һуң ҡысҡырыу ҡабатланды. Өсөнсөгә ул тағы ла ярһыуыраҡ яңғыраны. Сусҡа һуйғандарын ишеткәнегеҙ бармы? Тауыш шундайға оҡшаған. Уның ҡыҙҙыҡымы, малайҙыҡымы икәнлеген дә билдәләп булмай. Ҡараңғыла тумбочка аҡтарған Дим урынында ҡатып ҡалды. Был саҡта уның тәнендәге ҡан да ағылыуҙан туҡтағандыр, бәлки. Ярты минуттан һуң тауыш тынды, уны күрше-күләм эттәренең өрөүе алыштырҙы. Ә Дим был кисен лампочкаһын алмаштырмайса йоҡларға ятырға ашыҡты…
Доң-доң-доң! Ишеккә шаҡыу менән тәҙрәгә шаҡыу нимәһе менән айырыла? Тәҙрәнеке нығыраҡ йәнгә тейә. Айырыуса иртәнсәк. Дим форточкаһын асып Гөлдө сәләмләне.
– ¬Тағы бер минут, һәм был иртәң мине күрмәйенсә башланыр ине. Ниңә шулай оҙаҡ йоҡлайһың? Туҡылдатып тороп бармаҡтарым ауыртып бөттө.
–¬Һаумыһығыҙ, Тамара инәй! – Дим, күрәһең, кемгә һәм кем туҡылдатҡанын асыҡларға сыҡҡан күршеһе менән иҫәнләште. – Ниңәлер бөгөн ҡаты йоҡлағанмын, төнөн күҙ ҙә йома алмай яттым шул,– егеттең хәтеренә үткән кистәге тауыштар төштө.
– Сәй тәҡдим итеп торма, былай ҙа һине уятам тип оҙаҡ тороп ташланым. Трамвай ҙа килә, бөгөнгө беренсе параға һуңларға ярамай. Пока! – Гөл рюкзагын ҡулына алып йүгереп китте. Бахыр студент, шәмбе көн беренсе дәрескә бара.
Тамара әбей аяғы аҫтына өс тапҡыр төкөрөп ҡапҡаһына ниндәйҙер үлән бәйләмен элеп ҡуйҙы. Дим артыҡ күҙәтеүҙәргә бирелмәй ҡорғанын тартып, кире әүен баҙарына юлланды. Төнөн ысынлап та, йоҡо теймәне шул.
Доң-доң-доң! Карауат янындағы ултырғыста ятҡан яңы лампочка иҙәнгә тәгәрәп төшөп ярылды. Доң-доң-доң! Бығаса күҙҙәрен дә асырға йыбанып ятҡан Дим йылмая-йылмая ҡорғанын асты. Тик тәҙрә аша Гөл нуры түгел, полиция машинаһының мигалка нуры күҙгә салынды. Ҡояш байый, был әҙәмдәр ҙә байырға килгәнме икән?
–Һаумыһығыҙ, участка полицияһы Ахунйәнов. Был һеҙҙең йортоғоҙмо?
– Эйе, әй, юҡ. Мин бында ҡуртымға йәшәйем.
– Исемең кем һуң?
– ¬Дим.
– Ҡара, Дим, кисә киске ун бер тирәһендә нимә эшләнең? Бында булдыңмы?
– Эйе, йоҡлай инем.
– Әле нимә эшләнең? Оҙаҡ асманың.
– Әле лә йоҡлай инем,– Дим бер аҙ уңайһыҙланып ҡуйҙы.
– Сәйер, бик сәйер… Йоҡланым, тиһең. Йоҡо аралаш бер ниндәй ҙә тауыштар ишетмәнеңме? Бәлки кемдер ҡысҡырғандыр?
– Юҡ, мин кисә бер тәүлек эштә булғандан һуң арып ҡайттым һәм шунда уҡ йоҡларға яттым. Бер нәмә лә ишетмәнем. Ә нимә булды?
– Ҡаршылағы күп фатирлы йортта йәшәгән 12 йәшлек малай юғалған. Беҙ, ғәҙәттә, өс көн үтмәйсә кеше юғалыу тураһында ғариза ҡабул итмәйбеҙ, әммә бөгөн һинең өйөң тапҡырында ғына, күлдә уның кейем йыртыҡтары табылды. Яҡын-тирәләге йорт хужалары 23:00 тирәһендә ҡысҡырыу ишеттек, тиҙәр. Ә һин, тимәк, ишетмәгәнһең?
– Әйттем бит, ишетмәнем…
– Индерәһеңме, өйөңдө ҡарап сығырға ине.
– Рәхим итегеҙ!
Лейтенант аяҡ кейемен сисеп тормай бүлмә уртаһына үтте. Офоҡ артына йәшенә башлаған ҡояш яҡтыһы күҙҙе ауырттыра. Ахунйәнов ут тоҡандырырға тип һүндергескә баҫты. Люстраның яуабы юҡ.
– Утһыҙ ултыраһыңмы әллә? – тине ул ҡайышында эленеп торған фонарикты ысҡындырып.
– Эйе, кисә лампочканың ҡылы өҙөлдө, бороп ҡуйырға яңыһын әле алманым.
Ахунйәнов фонарик яҡтыһында күҙе менән бүлмәне байҡауын дауам итте. Бер-ике тапҡыр карауат янында ярылып ятҡан лампочкаға ҡарап-ҡарап алды ла, Димгә боролоп өндәште:
– Ҡарале, минең телефон номерын яҙып ал, бер-бер хәл булһа, шунда уҡ шылтыратып хәбәр ит. Бында минең күҙ-ҡолағым бул.
Лейтенант номерын яҙҙыртҡас та, хушлашмайынса өйҙән сығырға итте. Ишек төбөндә ниҙер хәтерләп туҡтаны ла, кире боролоп өҫтәлдә ҡағыҙ ҡалдырҙы. Баяғы малайҙың фотоһы һәм ҡылыҡһырламаһы. Дим уға ҡарамаҫҡа тырышып брошюраны сүп-сар кәрзиненә ташланы.
Бөтөнләй ҡараңғылай башланы. Яҡындағы көнкүреш тауарҙары магазинына барып етеп яңы лампочка алырға кәрәк. Ә бәлки солан тумбочкаһында тағы берәү барҙыр? Юҡ, Дим уны асып та торманы. Уға тышҡа сығыр өсөн һылтау кәрәк. Былай ҙа ҡасанан бирле саф һауа һулағаны юҡ. Асыҡтырған да, бешеренә башлаһаң төн етә, ә лампочка үҙенән-үҙе янып китмәҫ.
Эңер. Офоҡ был мәлдә ғәжәп төҫтәргә буялып төрлө сүрәттәргә инә. Ҡаршылағы ике күп ҡатлы йорт булмаһа, күренеш тағы ла матурыраҡ булыр ине. Уң яҡтағы, төҙөлөп бөткәне һәм кешеләр йәшәгәне, инде үҙ уттарын тоҡандырған, ә һулдағыһы, әле төҙөлөп бөтмәгәне, тәҙрә булырға тейешле урындан ҡояш нурын үткәреп пейзажға ниндәйҙер йәм өҫтәй, тип әйтергә була. Дим ишеген бикләп боролоу менән ҡолап китә яҙҙы, тупһа төбөндә генә Тамара әбей артыш яндырып өшкөрөнөп йөрөй. Си Цзиньпин урамында ҡапҡа, заборҙар тыш яҡтан ғына бар ул. Ә урам эсендәгеләре күптән сереп бөткән, кеме бөтөнләй төҙөмәгән. Тау битләүе бит, унда былай ҙа йөрөүе ауыр, баҡса сәсеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шуға күрә күршеләр ҙур коммуна кеүек йәшәй.
– Тамара инәй, нимә эшләйһегеҙ ул?
– Айналайым! Айналайым! – төтәгән арыш ботағын солан ярығына ҡыҫтырып ҡуйҙы. – Төнгә ҡарай ҡайҙа сығып бараһың?
– Лампочка алырға ине, шуға магазинға сыҡтым.
– Оҙаҡ йөрөмә, был һаҫыҡ күлгә албаҫты эйәләгән. Үҙем күрҙем, шунда сәсен тарап ултыра ине. Теге малайҙы ла шул күкрәге менән баҫып үлтергән. Һиңә ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп яҡынлаһа, өйөңә индерә күрмә! Яңғыҙҙарҙы ярата ул. “Ҡайҙан килдең, шунда кит!” – тип ҡысҡыр. Мине һораһа өйҙә юҡмын, уны күрмәнем, тиң. Барыбер ишек асмайым. Кисә башта миңә килеп киткәйне. Әбей көсһөҙ, тип уйлағандыр.
Ҡарсыҡ үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйөнә табан атланы. Дим көлмәҫкә тырышып, Тамара менән ризалашты, әммә ул арты менән боролғас та артышты һүндерергә тотондо. Еҫе тәмле, әлбиттә, әммә уты таҡта соланға күсеп ҡуймаһын. Бындай күрше менән йәнәш торғанда дүрт күҙ менән тирә-йүнде ҡарарға кәрәк, йолаларын үтәйем тип янғын сығарып ҡуймаһын. Албаҫты, имеш. Цивилизация етеү менән барлыҡ мифик заттар күптән ҡаланан тайған инде. Ололар быны шайтандарҙың техник прогрестан ҡурҡыуы менән аңлата. Дим фекеренсә,боронғо ышаныуҙарҙы фән һәм логика юҡ иткән. Әммә ҡайһы саҡ ҡала урамдарында ниндәй генә персонаждар осрап ҡуймай.
Бынау урамда йәшәгән кәнтәйҙе генә алайыҡ. Дим ҡапҡа артына сығыу менән уны күреп ҡалды. Быҙау ҙурлығындай аҡ этте нисек күрмәҫһең? Быуаҙ сағында ул бөтөнләй йыуанайып китә. Бәлки, ул да берәй ен-пәрей малылыр? Дим бында бер йыл йәшәй, ә кәнтәй хужаһын һаман асыҡлай алмай, ул йә бер өй алдында, йә икенсе өй алдындағы ағас төбөндә ята. Эт һирәк өрә, әммә өрә башлаһа янына килеүе лә, урамда йөрөүе лә ҡурҡыныс була. Уның башында ниҙәр булғанын белеп булмай бит. Бөгөн, ярай, шым ята. Дим ҡулдарын кеҫәһенә тығып сауҙа үҙәге яғына атланы.
Көҙҙөң сағыу мәле. Ағастарҙың япраҡтары тулыһынса һарғайған, әммә ергә ҡойолмай, ҡупшы ғына булып тора бирәләр. Ботаҡтар араһында йәшенгән прожекторҙар ҙа шундай уҡ һарғылт нур һибә. Японияға кешеләр сакура сәскә атҡан мәлгә барып хайран ҡалһа, Си Цзиньпин урамына көҙөн килеүселәр шулай уҡ ғәжәпләнеүен тыя алмаҫ.
Димдең башында күрше әбейҙең хәбәре уралды. Бит донъяға уның күҙлегенән ҡараһаң, Өфө урамдарында, ысынлап та, мифик заттарҙы осратырға мөмкин. Киске ваҡытта парк буйлап йүгерергә сыҡҡан ҙур мускуллы ир торғаны менән алпамыша, ә күптән түгел янғын һөҙөмтәһендә буш ҡалған ярым емерек йорт янында торған аҡ плащлы ҡарт – өй эйәһе.
Был кисен Димгә осраған ҡатын айырыуса әкиәттәге әҙәмдәрҙең береһенә оҡшаған ине. Әйтерһең дә, күл параллель донъяға ишек асҡан һәм хәҙер унан теләһә кемдәр иреккә сыға. Фастфуд һатҡан кафела ултырған ҡарсыҡ тураһында һүҙ. Ябай ҡарсыҡ түгел ул, торғаны менән убыр. Урынды ишек төбөнән алғанға һәр инеүсе һәм сығыусы менән иҫәнләшеп ултыра. Ашарға алыусыларҙы ла йылтыр күҙҙәре менән оҙатып уларға ниндәйҙер һүҙ өндәшә. “Эх, йәштәр, ҡалай тәмле нәмә ашайһығыҙ”, “Ҡана, бургер төргән ҡағыҙҙы ялап ҡуяйым”, “Миндә лә май булһа, ошолай тәмле бешерә беләм”. Һуңғы һүҙҙәр Димгә ҡарап әйтелгәйне. Егет унан ерәнеп ҡуйҙы: бахыр, асығып ултыралыр, тик мин барыбер бүлешмәйем. Убыр күпмелер ваҡыт Димгә ҡарап, уның сәйнәгәнен күҙҙәре менән йотоп ултырҙы, аҙаҡ йәштәр бушатҡан өҫтәлдә ятҡан ҡалдыҡтар яғына юлланды. Аппетит боҙолдо, әлбиттә, әммә Димдең ашҡаҙанына үлмәҫлек ризыҡ төштө, сәфәрҙе дауам итергә кәрәк. Лампочка алырға сыҡты бит.
Сауҙа үҙәгендәге “Барыһы ла 50 һумға” тигән ерҙән әйберен алғандан һуң Дим иғтибарын күрше кибеткә йүнәлтте. Бында ҡорал һаталар. Ул йыш ҡына эсенә инеп төрлө бысаҡ, пистолеттар ҡарарға ярата. Кеҫәлә аҡса бар, әлбиттә, әммә уйынсыҡ өсөн меңәрләгән һум ҡалдырыу нисектер дөрөҫ тойолмай. Тик бөгөн икенсе осраҡ. Кисәге ҡысҡырыу тауышын һәм өй тапҡырында табылған малай кейеме тураһындағы уйҙарҙан һуң, Дим үҙенә пистолет алып ҡуйҙы. Был модель мөмкин тиклем ысын ҡоралға оҡшаған һәм көслө тауыш сығара. Яраламаһа, ҡурҡытыр. Исмаһам, быҙауға оҡшаш кәнтәй янынан үтеүе ҡурҡыныс булмаҫ.
Егет яңы алған әйберҙәрен тотоп ҡайтырға ашыҡты. Киске ун бер тулмаҫ борон лампочканы алмаштырып, теге йоланы үтәй һалырға кәрәк. Был бит ябай процедура түгел, ә минең менән барыһы ла яҡшы, хәйерле төн, һин яңғыҙ түгел, тигәнде аңлатҡан өс мөһим һөйләмде еткереү ысулы. Бына ҡаршылағы йорттоң дүртенсе ҡатында ла өс тапҡыр ут һүнеп, өс тапҡыр кире янды. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла ғәҙәттәгесә. Ә кисәге малай һыу инергә уйлаған да, сисенгәс берәй эттән ҡурҡып ҡасып киткәндер. Әгәр ҡысҡырыу бөгөн ишетелһә, Дим мотлаҡ сығыр. Хәҙер пистолетлы булғас, ул теләһә кемгә ярҙам итә ала. Албаҫтыны ла үҙе баҫтырыр.
Төн тыныс үтте, киләһе көн дә ғәҙәттәгеләренән айырылманы. Шул уҡ дүрт стена һәм шул уҡ Дим. Дүшәмбе иртәһе генә ҡалғандарына оҡшаманы. Был таңда ла тәҙрәгә Гөл шаҡылдатты, тик элекке кеүек бармаҡтары менән түгел, ә йоҙроғо менән. Егет шунда уҡ “смирно” баҫты. Ҡорғанды асҡанда Гөл ҡысҡыра башлаған ине. Уны теге аҡ эт ҡурҡытҡан. Яман өрә шул. Дим ҡыҙҙы өйөнә индереп сәй эсерҙе, тынысландырҙы һәм улар бергә туҡталышҡа сыҡты. Ҡояш теләр-теләмәҫ кенә офоҡтан күтәрелеп килә. Был мәл ғәҙәттә һыуыҡ була, йәштәргә оҙаҡ өшөп торорға тура килмәне. Кискеһен дә күрешеп бергә ҡайтырға һүҙ ҡуйышҡас, һәр кем үҙ туҡталышында сыҡты. Гөл – уҡыуға, Дим – эшкә.
Димгә лә ҡайһы берҙә университетҡа барып күренеү ҡамасауламаҫ ине. Ул бит магистратураға хәрби хеҙмәткә бармаҫ өсөн инде, ә бындай мөнәсәбәт менән ул тиҙ ҡыуылып туфлиһын берцыға алыштырыр. Бында ла уны бер ни тотмай кеүек, көнө буйы аяғүрә тороп һирәк ингән килентҡа теге, йәки был техника тураһында һөйләү матур перспективалар вәғәҙә итмәй. Аспирантураға инеп фән кандидаты ла булырға уйы юҡ. Ни бары Гөл һәм өмөт.
Дим түҙемһеҙлек менән кис етерен көтөп алды. Ниһайәт, улар Гөл менән осрашып бергә ҡайтырға тейеш. Туҡталышта бит уларҙы эт көтә, ә егет ҡыҙ алдында бер йәндән дә ҡурҡмай. Тик магазинға инеп сосиска алырға кәрәк, эт осраһа – уға, осрамаһа Димгә булыр.
Йәштәр бер-береһен “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы алдында тапты. Әгәр осрашыуҙар үткәрергә икән, тик был майҙанда, сөнки был ҡунаҡханала үҙ заманында ниндәй генә юғары вазифалы ҡунаҡтар һәм эмигранттар булмаған, ә ҡаршылағы концерт залында беренсе башҡорттар ҡоролтайы ла, суверенитетты ҡабул итеү ултырышы ла уҙған. Өфөнөң иң етди урыны был, ә ғашиҡтарға мин Ленин урамының Коммунистик урамы менән киҫешкән ерҙә осрашырға кәңәш итер инем. Бында бит “ноленсе километр”. Әгәр тормош юлын бергә үтергә икән, ул тап ошонда башланырға тейеш.
Өфө кистәре айырыуса матур. Ҡояш байыу менән мең төрлө фонарҙар ҡабына, уларҙың нуры тарихи биналарҙы яҡтыртып иң йылы атмосфера тыуҙыра. Ҡараңғы таш йорттарға килешә, һәр хәлдә ҡала үҙәгендә. Картинаны тулыландырып кешеләр йөрөй. Гөл бер-ике размерға ҙурыраҡ кеүек тойолған ҡара пальто кейгән, муйынына шарф ураған, сәсе ялбыр, ә аяғында – ҡыҙыл кеды. Элек бындай өҫ кейеме менән аяҡҡа мотлаҡ итек йә туфли кейгәндәр, ә хәҙер өйҙә нимә табылды, шуны эләктер ҙә, тышҡа сыҡ. Хәйер, бының да үҙ матурлығы бар…
Дим Гөлгә ҡасандыр ятлаған шиғырҙарын уҡый, тик бына бәлә, ул һәр әҫәрҙең йә башын, йә аҙағын ғына иҫләй, шуға ла ваҡыты-ваҡыты менән шымып ҡала һәм улар артабан тынлыҡта атлауын дауам итә. Тик ҡыҙ быны һиҙмәй ҙә, ул бар иғтибарын телефонына йүнәлткән, күрәһең, мөһим нәмә ҡарай.
–Сәләм, һөйөклөм, һине һағынып та өлгөрҙөм,– Гөлдөң оҙон тынлыҡтан һуң беренсе һүҙҙәре яңғыраны. Арыуыҡ юл үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, Дим был өндәшеүгә шат ине.
– Сәләм! – тине ул.– Мин дә һине һағынып өлгөрҙөм. Гөл егеткә аптыраулы ҡараш ташлап, телефонының экранын күрһәтте. Унда видеошылтыратыу аша бәйләнешкә ингән элемтәсе йөҙө күренде. – Таныш бул, был – Дим. Ул мине оҙата, иртәнсәк бер эт ҡурҡытты тип һөйләгәйнем бит. Дим шул туҡталыш янында йәшәй. Һин дә таныш бул, был минең егетем – Марат. Беҙ уның менән ай тирәһе осрашабыҙ. “28 көн,” – тигән яуап ишетелде телефондан…
Артабанғы юлда Дим бөтөнләй шым булды. Уйлана торғас бөтә шиғырҙарҙың да онотолған юлдары иҫенә төштө. Тик Гөлгә былай ҙа күңелле ине, ул ҡолаҡсындарын тағып Марат менән аралашыуын дауам итте. Егет йәнәшәләге йорттарға ҡуйылған таҡтаташтарҙы уҡый башланы. Бына был йортта Сергей Довлатов тыуған, ул йортто яҙыусы “Ундервуд”та соло баҫҡан саҡта бер тапҡыр булһа ла иҫенә төшөргәнме икән? Ә был йорттоң таҡтаташында 40-сы йылдарҙа һөргөнгә ебәрелгән Эстонияның тәүге президенты Константин Пятс тороуы хаҡында яҙылған. Ҡыҙыҡ, беҙҙең герой һөргөнөн Эстонияла үткәргән, ә эстондарҙыҡы беҙҙә. Тик Пятсты герой тип атап буламы икән? Ул бит диктатура яҡлы кеше. Ошо уйҙарға сумған Дим Аксаков урамындағы туҡталышҡа барып етеп трамвайға ултырыуын да, Си Цзиньпин урамына барып етеүен дә һиҙмәй ҡалды.
Ҡайтыр юлда эт осраманы, шуға ла Гөл юлын яңғыҙы дауам итте. Дим ун бер тулғанын көтөп өс тапҡыр ут һүндереп, уны кире ҡабыҙҙы ла, яуап алып ноутбугына төбәлде. Гөл имен-аман ҡайтып еткән, ярар.
***
Күптән Си Цзиньпин урамына бындай иғтибар булғаны юҡ ине. Иртәнән алып батҡаҡ ҡатыш асфальт буйлап оператор һәм төрлө халыҡ йүгерә. Баҡтиһәң, Өфөгә Мәскәүҙән ниндәйҙер ғалим килгән, ул ҡалала албаҫты эҙҙәрен эҙләй. Тамара нисектер уның кеүек мистикаға ышаныусылар менән бәйләнешкә сыҡҡан. Урындағы телеканалдарҙың береһе был мөмкинлекте ысҡындырмаҫҡа булып ғалимға эйәргән. Сенсация бит! Баш ҡала уртаһында малай юғалған, ә урындағы халыҡ быны албаҫты эше, ти. Етмәһә, халыҡ һүҙен ҡеүәтләп ниндәйҙер ғалим йөрөй. Тамара бөгөн иғтибар үҙәгендә. Ул йә тегендә, йә бында тороп камераға фараздарын яңғырата. Кисә генә тиерлек, күлдән йыртылған кейем һөҙөп алғандар ине. Был улика Си Цзиньпинға эйәләгән шайтандың төп дәлиле. Ғалим шул сепрәк киҫәген тотоп албаҫтылар, ғәҙәттә, кешене шулай үлтерә, бында уның тырнаҡ эҙҙәре ҡалған тип, асыштарын яһай.
– Застройщик эше был, -тине Дим менән халыҡ төркөмөн күҙәтеп торған Саша. Александр – икенсе яҡтан күрше йәшәгән ир. Торғаны менән бәһлеүән: буйға оҙон һәм йыуан. Һимеҙ ҙә тип әйтмәҫһең, культурист та тимәҫһең, үҙенең тәбиғи кәүҙәһе шулай. Дим унан ҡайһы саҡ ҡурҡып та ҡуя, сөнки бындай кеше һиңә тондорһа, ятҡан ереңдән кире тормаҫһың. Үҙенсәлекле, һаҡауыраҡ һөйләшеүе һәм балаларса бер ҡатлылығы ғына уны йомшағыраҡ күрһәтә.
– Репортерҙар застройщик эшеме? – тип һораны Дим.
– Юҡ, малайҙың юғалыуы. Ул беҙҙе бынан нисек ҡыуырға белмәй. Бында енәйәттәр күбәйһә, беҙ үҙебеҙ ҡурҡып ҡасырбыҙ ҙа, ул ошонда тағы бер йорт төҙөрмөн, тип уйлай. Тик мин ҡурҡмайым, үҙе йоҙроғомдан ҡурҡһын. Күл тирәләй мистиканы ла застройщик булдыра, белеп ҡуй, – тип йоҙроғон төҙөлөш яғына күрһәтеп, өйөнә табан юлланды күрше.
Сенсация һунарсылары Димдән дә фекерен һораны. Егет быны застройщик эше, тип яуапланы. Ысынлап та, танау алдында ғына ашлы һыу – күл була тороп, ниңә уны камера алдында хәл итә башламаҫҡа? Һәр хәлдә ул бит тап шул төҙөлөш арҡаһында барлыҡҡа килде, тимәк, уны ҡоротоу эше менән дә төҙөүселәр шөғөлләнергә тейеш. Тик ғалимға ла, күрше Тамараға ла был фекер оҡшаманы. Дим боролоп өйөнә инер саҡта Мәскәү ҡунағы уға: “Һағыраҡ бул, һинең менән йәнәш кенә ҡурҡыныс йыртҡыс йәшәй, ә һин быны күрмәйһең,”– тип ҡысҡырып ҡалды. Теләһә нәмә уйлаһындар.Әйҙә, кемдең эше юҡ, улар ышанһын, ә Димгә көндәлек мәшәҡәттәр менән булышырға кәрәк.
Ни тиһәң дә кис – Димдең яратҡан мәле. Көндөҙгө шау-шыу тамам, Тамара һәм ҡалған күршеләр күптән ишектәге йоҙаҡтарын бикләп йоҡларға йыйына, ә егет тәҙрә аша урам күҙәтә. Күл аръяғындағы убала ҡалҡҡан йорттоң тәҙрә уттары йондоҙҙарҙы алмаштырған, тип әйткәйнем бит. Дим шул уттарға ҡарап үҙ уйҙарына сумған. Күрше төҙөлөштә эшләгән кран да кис етеү менән уттар ҡабыҙып түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бына һиңә планеталар парады, аҡса түгеп планетарийға ла йөрөргә кәрәкмәй. Күл тирәләй быҙауҙай аҡ эт еҫкәнеп йөрөй. Дим бер хайуанға, бер ҡулындағы пистолетҡа ҡарап ҡуя. Эттең Гөлдө ҡурҡытыуы иҫенә төшкәс сығып шуны атҡыһы килә, тик тауыш күрше-тирәне уятыр, тигән уй ғына егетте туҡтатып ҡала. Бер булмаһа, Гөлдөң Мараты бар, әйҙә ул проблемаларын хәл итһен. Киске ун бер ҙә тулды. Ҡул үҙе ут һүндергесенә үрелә. Бер. Ике. Өс. Тыныс йоҡо…
***
Сенсация! Өфөлә албаҫты эҙенә төшкәндәр. Барыһы ла бер нисә көн элек Си Цзиньпин урамында юғалған 12 йәшлек малайҙан башланды. Урындағы халыҡ быны мифик зат эше, ти. Улар фаразын Халыҡ-ара гоминология үҙәге директоры, биология фәндәре кандидаты Игорь Бурцуев раҫлай. Кисә ул бында экспедицияға килде. Си Цзиньпин урамында йәшәүселәрҙең ихата артында ҡаршылағы төҙөлөш арҡаһында барлыҡҡа килгән күл бар. Ошо урынға йөҙәр йыл халыҡ ижадында һәм һирәк видеокадрҙарҙа мәңгеләштерелгән, беҙгә әле артыҡ билдәле булмаған йети эйәләшкән. Ғалим бында уның көнкүрешен тәфсирләгән әйберҙәргә юлыҡты: “Бына күрәһегеҙме? Ағас ботаҡтары һынған, ул бында баҫып үткән. Ямғыр яуғанлыҡтан эҙҙәре юйылғандыр, әммә ошо соҡорҙо ҡар кешеһе ҡалдырған, тип әйтергә мөмкин. Бында беҙ тағы хайуандың ҡорбаны булған малайҙың кейем йыртыҡтарын таптыҡ. Унда тырнаҡ эҙҙәре һаҡлана. Сәйер хәл, сөнки йетиҙар ғәҙәттә кешегә һөжүм итмәй”… Тәфтишсе Сәлимгәрәев телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы.
–Быны нисек аңларға? – Сәлимгәрәев участка полицияһы Ахунйәновҡа өндәште. – Ни өсөн участкаңда шундай бардак? Малай юғалыуына күпме ваҡыт үтте? Ә тәфтиш эшенә ярҙам итеүсе улика – куртка еңен ниндәйҙер гоминологтар таба!
– Беҙ ул урынды бер нисә тапҡыр ентекле ҡарап сыҡтыҡ, табылғанын һеҙгә тапшырҙыҡ, башҡа бер нәмә лә сыҡманы. Бәлки кейем йыртығын үҙҙәре үк килтергәндәрҙер, – Ахунйәнов мөмкин тиклем аҡланырға тырышты.
– Халыҡ менән тәү һөйләшкәндә үк ошондай хәбәр һөйләйҙәр инеме?
– Юҡ, был версияны Тамара исемле әбей генә әйтте, ҡалған халыҡтың кемеһе ҡысҡырыу ишеткән, кемеһе ишетмәгән, әммә уның юғалыуын мистикаға бәйләмәне. Ул ерҙә берәҙәк эттәр күп, бәлки, шуларҙың береһе һөжүм иткәндер?.
– Бәлки, – Сәлимгәрәев пауза тотто. – Тик бында архивтан ҡыҙыҡ ҡына материалдар табылды. Ун йыл элек ошо уҡ урында өс үҫмер юғалыу осрағы теркәлгән. Ул саҡта әле күл урынында сауҡалыҡ, ә төҙөлөш ерендә шәхси йорттар булған. Енәйәт зонаһына эләккән ерҙә кемдәр йәшәй, әйт әле, – Тәфтишсе папкаға һалынған ҡағыҙҙарҙы сығара башланы.
– Әлеге лә баяғы Тамара, уның янында Дим исемле йәш егет, унан ары Александрҙың йорто. Был өс участка араһында забор ҙа юҡ, хатта.
– Әһә, Тамара, Александр… Эйе, бына уларҙың күрһәтеүҙәре яҙылған. Ха, был саҡта әбей әле албаҫты тураһында һөйләмәгән, – Сәлимгәрәев архив документтарын уҡый башланы. – Улар үҫмерҙәр юғалыуын урталағы күршеһенән күргәндәр. Бына – Шәрипов Вәкил, ун биш йылға колонияға ебәрелгән. Юғалғандарының кәүҙәләрен тапмағандар, Вәкилдең өйө тапҡырында табылған кешенең аяҡ һөйәге ғәйепсе яҡтың судта төп дәлиле булған. Был кеше тураһында ишеткәнең бармы?
– Юҡ, урталағы йорт мин эшкә урынлашҡанда буш тора ине, һуңғы йылда ғына егеткә ҡуртымға бирҙеләр. Күрәһең, берәй туғаны иҫенә төшөргәндер, – Ахунйәнов көрһөнөп ҡуйҙы.
– Ҡуртымға биргәндәр һәм тағы бер юғалыу. Унда кем йәшәй тиһең, Димме? Егет менән һөйләштеңме?
– Эйе, ул йоҡланым, бер нәмә лә белмәйем, тине.
– Егет менән бәйләнеште өҙмәҫкә кәрәк. Шунда тирә-йүнде ҡараштырып торһон.
– Эйе, мин дә уға шулай тип телефон номерымды бирҙем. Берәй нәмә булһа шундуҡ шылтыратыр.
– Ул ғына етмәй, һин Димгә барып тағы берҙе эш барышын хәтерләт. Үҙенең мөһимлеген аңлаһын. Кем белә, бәлки, ысынлап та енәйәтсе юлына төшөргә ярҙам итер, бәлки, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ… Тәфтишсе Сәлимгәрәев ҡағыҙҙарын йыйып бүлмәнән сыҡты.
***
Димдең төн йоҡоһо осто. Сәғәт инде 23:44 күрһәтә, ә ҡаршылағы йорттоң дүртенсе ҡатында берҙе булһа ла ут тоҡанманы. Беренсе кис түгел, быға тиклемге ике көн дә ошондай ҡара тынлыҡта үтте. Гөл ҡайҙа? Бәлки, әхирәтендәлер? Өс көн буйы шунда йәшәмәй инде. Ә бәлки, университеттан берәй практикаға ебәргәндәрҙер? Улайһа, ниңә был турала әйткәне булманы? Егет башында мең төрлө уй урала. Исмаһам, әхирәттәрен дә белмәй, ә интернетҡа инеп осраған бер кешегә Гөл ҡайҙа, тип яҙып булмай. Былай бармай, ни ҙә булһа эшләргә кәрәк. Дим ҡыҙҙың йорто янына барып килергә булды. Исмаһам, подъезына ҡарап фатирын асыҡлар һәм домофонға булһа ла шылтыратыр.
Тышта ел. Дим өҫтөндәге бәлтәһенең яғаһын күтәреп муйынын ҡаплап ҡуйҙы. Си Цзиньпин һәм Гөл йәшәгән ер ике төрлө кварталға ҡарай, шуға ла улар араһында айырма ҙур. Ике ярҙы соҡор өҫтөнән төҙөлгән тимер күпер ялғай. Артта, туҡталыштан трамвай ҡуҙғалды, күпер һелкенгәндәй тойолдо. Бәлки, Дим үҙе сайҡалалыр? Бығаса ул бер ҡасан да Гөлдөң фатиры янына килгәне булманы. Нисек туҡталышта таныштылар, шунда уҡ аралашыуҙарын дауам иттеләр.
Ах, был көндө яҡшы хәтерләй егет. Иртәнсәк трамвай көтөп торған әҙәмдәр араһынан ошо һылыу ҡыҙ ғына айырыла ине, Гөлдөң ҡып-ҡыҙыл кедылары һаман да егеткә бешкән ҡыҙыл бөрлөгәнде хәтерләтә. Ҡыҙ йөҙөнә төшә биргән сәстәрен төҙәтә-төҙәтә рюкзагында соҡона ине, гүйә, уның төбөндә алтын табырға теләй. Юҡ, алтын түгел, телефон зарядкаһы ғына икән. Дим ҡыҙға ярҙам кәрәкмәйме, тип һорап килгән ине. Гөл төнөн телефонына көс йыйҙырмаған, ә хәҙер бына йыйҙыртҡысын да алырға онотҡан, ә йәш кеше дүрт пара буйына университетта нимә эшләргә тейеш? Бөтә донъя ошо экранға һыйған бит.
Дим үҙенең заряднигын биреп торорға тәҡдим итте. Ошонда ғына йәшәйем бит, тип өйөнә боролдо. Ҡапҡанан сыҡҡанда трамвай ҙа килгән ине. Дим ябылып барған ишеккә саҡ һикереп инеп өлгөрҙө.
–Бына, – тине ул аҡ сым һуҙып. Тап килергә тейеш.
– Рәхмәт, – тип ҡарашын күтәрҙе ҡыҙ. – Мин һине шаяртҡан икән, тип уйлағайным. Исемем Гөл була. Ә һинеке?
– Мин – Дим, – тип яуапланы егет.
– Кискеһен индереп бирермен.
Һәм ҡыҙ, ысынлап та, кисен әйберен индереп бирҙе. Шул саҡ тәүгә тәҙрәгә шаҡығайны. Бынан ары улар иртән күрешә башланы, аҙаҡ киске ритуал да барлыҡҡа килде. Бер мәл Гөл имтихан тапшырырға барғанда: “Әгәр шуны бирә алмаһам, мине әсәм үлтерә,” – тигәйне. Дим быға ҡайғырасағын белдерҙе һәм әгәр барыһы ла яҡшы булһа, киске ун бер тулғас өс тапҡыр бүлмәһендә ут ҡабыҙып һүндерергә тәҡдим итте. Бынан ары кис һайын шулай булды ла.
Гөл үҙе Өфөнән түгел, Дим кеүек үк баш ҡалаға белем алырға килгән. Ә фатир бер туған апайы менән еҙнәһенеке. Улар йәшәп ҡарарға тип, сит илгә күсенгән, Гөл шуға ла туғанының фатирын ҡараштырып тора.
Күпер сеткалы ҡапҡаға барып терәлде. Был яҡта уба ситен ҡойма менән уратҡандар икән. Ни тиһәң дә яңы төҙөлгән күп фатирлы йорт, бында йәшәүселәрҙең күбеһендә бәләкәй балалар бар, уларҙы һаҡларға кәрәк. Бәхеткә күрә, ҡапҡала йоҙаҡ булманы.
Дим ситтәнерәк тороп Гөлдөң тәҙрәһен эҙләй башланы. Тәҙрә ике подъездың ҡап уртаһында урынлашҡан, әйҙә, хәҙер уйлан инде. Исмаһам, йорттоң был яғына сыҡҡан фатирҙар нисә бүлмәле икәнен дә белмәй. Ә бер ҡатта нисә фатир? Дим башта береһенә инеп разведка яһарға булды. Тик был сәғәттә почтальон, йә курьер булып ҡыланыу сәйер. Шуға ла егет эскәмйәгә ултырып берәйһе сыҡҡанын көтә башланы.
Күп ваҡыт та үтмәне, Дим янына ниндәйҙер егет килеп тексәйә башланы. Марат бит был, Гөлдөкө.
– Димһеңме әле? – тине ул һаулыҡ һорашырға һуҙған ҡулды күрмәмешкә һалышып.
– Эйе, ә һин Маратмы?
– Бында нимә эшләйһең?
– Ә, мин бит бында, яҡында йәшәйем. Гөлдө күптән күргән юҡ, берәй нәмә булдымы икән әллә, тип килгәйнем.
– Шунан?
– Шул, ултырам бына хәбәрҙәр көтөп.
– Һин уның менән һөйләштеңме?
– Юҡ, әйтәм бит, күптән һөйләшкәнебеҙ юҡ. Берәй хәл булдымы икән тип бында килдем, тинем бит.
– Ә шылтыратып ҡараманыңмы?
– Миндә уның номеры юҡ… Гөл ҡайҙа?
– Ҡайҙа булыуында эшең булмаһын. Кит бынан!– Мараттың тауышы күтәрелә башланы. Тик йөҙө ниңәлер борсолоу белдерә.
– Китмәйем. Гөл ҡайҙа? Һеҙ ирештегеҙме әллә?
– Ә һин шуны ғына көтөп йөрөйһөң, тимәк?
Дим яуап бирмәне. Хәйер, был һорауға яуапты белмәй ул.
– Кит бынан, тейем. Юғиһә тондорам. Беҙҙә барыһы ла яҡшы, ал да гөл! – Марат Димде этеп ебәрҙе.
Дим ғәрлегенән ни эшләргә белмәй күпер яғына атланы. Ашығып түгел, яйлап ҡына. Уның да был бәрелештән еңелеүсе булып киткеһе килмәй. Инде ҡоймаға барып еткәс тағы берҙе әйләнеп йорт яғына ҡараны. Ут янмай, Марат тора.
Киләһе юлы Гөл тәҙрәһенә табан ҡарашты ул үҙ өйө алдында ташланы. Ямғыр һибәләй. Дим баштан аяҡҡа тиклем күшеккән, унан бигерәк ерҙәге йырындар буйлап һыу аға. Быларҙың барыһы ла күлде байыта.
Дим сайҡалып ҡуйҙы. Марат менән осрашыуҙан һуң ул тура ҡайтмай, барға һуғылып сыҡты. Һыраның бер генә литры эскә төштө, ә көсө башҡа ныҡ биргән.
Төҙөлөштә кран эшләй. Юҡ, төнөн унда бер кем дә юҡ, әлбиттә. Застройщик шулай клиенттар иғтибарын йәлеп итә. Тәҙрәһеҙ ун биш ҡатлы бинаны тирә-яҡлап дүрт прожектор яҡтырта, ә төҙөүсе фирмаһы яҙылған кран, уттар менән яҡтыртылып, түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бындай шоу төнгө бергә тиклем генә дауам итә. Тимәк, ваҡыт әле бигүк һуң түгел. Әгәр Дим ошо ваҡытта инеп йоҡларға ятһа, иртән эшен йоҡлап ҡалмаҫ. Тик кран ғына тышта ҡалырға өндәп, үҙ янына саҡырып ҡул болғаған кеше кеүек борғоланып тора.
Дим шуға алданып алға ынтылды һәм шул саҡта тайып аҫҡа тәгәрәне. Ямғыр еүешләгән тауҙан шыуып төшөү ҡарлынан бер ҙә кәм түгел. Кейем генә бысрай шул, тән дә ауырта. Дим күлгә килеп етер саҡта туҡтап ҡалды. Күктә бер йондоҙ ҙа күренмәй, болоттар ҙа юҡ кеүек, бары ҡараңғылыҡ. Егет торорға тип эсенә боролоп ятты. Шул саҡта ҡулы менән ул нимәгәлер тотондо. Баҡа ғына булып ҡуймаһын! Юҡ, был ниндәйҙер баулы сепрәк. Дим тубыҡланып табышын ҡарарға кереште.
Ҡараңғыла бигүк күренмәй, әммә әйберҙең ни икәнлеген асыҡларға телефон яҡтыһы ярҙам итте. Кеды бит был. Ҡыҙыл төҫтә. Дим Ахунйәновҡа шылтыратып хәҙер үк бында килеүен талап итте.
Тәк, бер кеды булғас, икенсеһе лә ҡайҙалыр ошонда булырға тейеш. Юҡ, был сәғәттә артыҡ соҡоноп йөрөү һөҙөмтәһеҙ булыр. Нисек тә булһа шыуғалаҡ буйлап өҫкә үрмәләргә һәм өй янында полицияны көтөп алырға кәрәк.
Бер-нисә секунд эсендә шыуып төшкән тауға кире үрмәләүе байтаҡ ваҡытты алды. Әгәр бейегерәк үлән һәм селек булмаһа, бөтөнләй менеп булмаҫ ине. Өҫкә еткәнсе ҡапҡаға туҡылдатыу тауышы ишетелде.
Дим Ахунйәновты урам эсенә лә индермәй белгәндәрен һөйләй башланы. Төнгө ун берҙә малай ҡысҡырыуын ишетеүе тураһында ла, ун бер икәнен ут һүндереү һөҙөмтәһендә белгәне тураһында ла, Гөлдө юғалтып яңы ғына уның һыңар аяҡ кейемен табыуы тураһында ла… Бер ни ҙә йәшермәне.
– Тимәк, һин ул ҡыҙ менән ут һүндереү аша аралашаһың, ҡайһы саҡта бергә трамвайҙа бараһығыҙ. Әммә һин уның фамилияһын да, туғандарын да, әхирәттәрен дә белмәйһең? – Ахунйәнов асыҡлыҡ индерергә тырышты.
– Эйе, әммә быларҙың барыһы ла мөһим түгел. Ул бит юғалды, уны шул уҡ енәйәтсе алған. Албаҫтымы, кемме, белмәйем. Хәҙер үк кинологтарҙы саҡырығыҙ, уларҙың эттәре кешеләрҙе таба ала, мин беләм!
– Туҡта, башта туғандар кеше юғалыуы тураһында ғариза яҙырға тейеш. Шунан ғына ниҙер эшләргә мөмкин. Әлегә бер кем дә мөрәжәғәт итмәне,– Ахунйәнов Димде ут бағанаһына яҡыныраҡ етәкләп алып өҫ-башын ҡарай башланы.
– Улар белмәйҙәрҙер, мин беләм. Гөл юғалған. Участкаға алып бар, фотороботын төҙөрбөҙ.
– Әллә эскәнһең, өр әле, – участка полицияһы егеттең йөҙөн үҙенә бороп күҙенә ҡараны. – Беләһеңме нимә? Хәҙер үк өйөңә инеп йыуынып ал һәм йоҡларға ят! Тағы берҙе иҫереп мине саҡыртһаң – бикләп ҡуям!
– Ә Гөл?
– Ниндәй Гөл тағы!? Хәҙер үк күҙемдән юғалмаһаң үҙең ошо күл буйында юғалырһың! – Ахунйәнов ҡыҙа башланы.
Дим полицияны ышандырырға тип әллә күпме дәлил килтерергә теләне, әммә башына бер һүҙ ҙә килмәгәс, эстән генә һүгенде лә, ярһыуын йәшереп ҡапҡа артында юғалды.
Ахунйәнов бер аҙ ҡойма буйында ятҡан ҙур аҡ эткә ҡарап торғандан һуң трамвай юлдары буйлап атлап китте. Бында машина менән килеп туҡтауы ҡыйын шул. Уны алыҫтараҡ ҡалдырырға тура килде.
***
Дим ҡулына йыуылған кеды һыңарын тотоп солан тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап тора. Бында һалҡын булһа ла, түҙерлек. Сөнки ошонда ғына күлгә ҡараған тәҙрә бар. Уның ярында әлеге лә баяғы эт еҫкәнеп йөрөй. Әгәр Гөлдөң аяҡ кейеме нисек унда эләккәнен берәйһе белһә, ул ошо эт кенә. Йәһәтерәк хужаһын асыҡларға кәрәк.
Дим кеда һыңарын ҡалдырып Тамара әбей йортона йүнәлде. Борондан бында йәшәгән ҡатын, моғайын, эт хужаһын беләлер. Әбей ниҙер ишетһен өсөн оҙаҡ һәм көслө генә ишеккә туҡылдатырға тура килде. Ниһайәт, тәҙрә аша кемдеңдер һыны күренде. Дим шул тәҙрә алдына тороп баҫҡас, ул ишек яғына атланы.
– Бәй, Дим, һинме ни? Мин әле кем килгән, тип баш ватам. Әллә берәй жулик йөрөймө икән, тим.
– Тамара инәй, бында уралып йөрөгән ҙур аҡ эттең хужаһы кем ул? – Дим һаулыҡ та һорашып тормайса килеү сәбәбен асыҡларға булды.
– Тороп тор, хәҙер сығам,– Тамара бер аҙ шым торғас өйөнә боролоп инде. Әйләнеп сыҡҡанында ул башына яулыҡ ябынып, өҫтөнә плащ кейгән ине. – Әйҙәле, улым, Сашкаға барып киләйек. Мин уның баҙында сөгөлдөр-кишеремде һаҡлайым. Врач миңә йәшелсә ашарға ҡушты, – тип әбей күршеһен етәкләп алды.
Дим күлгә тағы бер ҡараш ташлап һорауын ҡабатланы.
– Анау йөрөгән аҡ эт кемдеке ул?
Әбей туҡтап ҡалды. Бер аҙ күлгә тексәйеп торғас яуап ҡайтарҙы. – Былмы ни? Ул бит Маһмай. Маһмай уның ҡушаматы. Мин ниндәй эт тигән булам. Хужаһыҙ ул. Уны көткән ғаилә бер-ике йыл элек күсеп китте. Шунан бирле ул тегендә-бында һуғылып йөрөй.
Маһмай һиңә, ул бит сусҡа кеүек, кем дә булһа этте ашатып тора, тип уйланы Дим. Былар Сашаның өй ҡырына етте. Егет тупһаға менә башланы.
– Ҡайҙа киттең? Бына бит баҙ! – Әбей баҙ ауыҙына эйелеп асҡыс менән йоҙаҡты аса башланы.
Бындағы люк ҡоҙоҡ, йә бункер ҡапҡасына оҡшаш, баҙ тип уйламаҫһың да.
– Шунда баҫҡыс булырға тейеш, мә! – тип әбей пакет һуҙҙы. – Эрерәк сөгөлдөрҙәр йыйып бирһәң, дүртәү етер ул. Ах, онотҡанмын, фонаригың бармы?
– Телефонымда бар, күрәм ул, – Дим яуабын баҙ төбөнән ҡысҡырҙы. Әммә Тамара быны ишетмәне, ахыры. Үҙ алдына һөйләнә башланы:
– Ошонда ҡайҙалыр свите тоҡанырға тейеш. Баҙында ут бар ул. Ҡайҙа икән?
– Кәрәкмәй! Сөгөлдөр алдым! – тип ҡысҡырҙы Дим.
Баҙ үҙе буйы-арҡырыһына метрҙан саҡ ҡына киңерәк. Әммә бер ниндәй ҙә лампочка бында күренмәй. Ер аҫтында дымлы һәм һыуыҡ. Егет баҫҡысҡа менгәндә пакеты стенаға һуғылды. Ундағы фанера шылып китте, ахыры. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетелә башланы. Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: “Дим”.
– Сыҡтың дамы ни!? Ҡайҙа? Эрерәктәре юҡ инеме? – Тамара бауылдарға кереште.
– Теләһәгеҙ, төшөп башҡаларын алам, – тип яуапланы Дим.
– Юҡ, ярай, әлегә бара ул. Аҙаҡ, Сашка ҡайтҡас, тағы берәй рейс сығартырмын, – тигән һүҙҙәр менән әбей баҙҙы йоҙаҡларға кереште.
***
¬¬¬ —Аша, аша, – Саша Маһмайға сей ит киҫәген һуҙҙы. Ул яңы ғына шабашканан ҡайтты. Бер аҙ һаҡау булғанлыҡтан ир заманында һөнәри белем алырға оялды. Оялды, тип, булдыра алманы. Техникум программаһы ла уға ауыр бирелде. Шуға киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар ҡороп тормай, ниндәй эш килеп сыға, шуға тотондо. Тик башҡа шабашкасыларҙан айырмалы рәүештә ул аҡсаны эскегә түгел, ә Маһмайға бөтөрҙө.
Саша икенсе ит киҫәген кеҫәһенә һалып баҙын аса башланы. Сыйылдап асылған люкты артҡа ырғытып ҡулын аҫҡа һуҙып эстә ут тоҡандырҙы. Бына ул Дим ҡыйшайтҡан фанера киҫәген ситкә ташлап эскә үтте. Бында урын иркенерәк. Дөрөҫөрәге, был гастарбайтерҙар йәшәй торған вагончик. Тик ул ер аҫтына күмелгән һәм бөтә яҡлап йомшаҡ матрастар менән йылытылған.
Иҙәндә хәлһеҙ һәм яланаяҡ Гөл ята. Өҫтөндә лә үҙенең кейеме түгел, еңелсә генә йәйге күлдәк. Александр кеҫәһенән ит киҫәген сығарып ҡыҙ янына сүкәйеп ултырҙы.
– Мин һиңә ашарға килтерҙем. Мә, – тип Гөлдөң кипкән ирендәренә сей ит киҫәген төрттө.
Ҡапылдан ҡыҙ һуңғы көстәрен туплап аяғүрә торҙо һәм таштай ҙур әҙәмдең елкәһенә тутыҡҡан сөй менән сәнсте. Яранан сағыу ҡыҙыл ҡан аға башланы.
– Дим, Дим! – тип һөрәнләне ҡыҙ. Саша тиҙ аңына килеп ҡыҙҙың сикәһенә усы менән һуғып ебәрҙе. Быны көтмәгән ҡыҙ “аһ”, тип тә әйтеп өлгөрмәй аңһыҙ иҙәнгә ҡоланы.
Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.
Эт өрөүенә Дим сыҡты. Ҡанға батҡан күршеһенең баҙ бикләгәнен күреп, тиҙ генә кире өйөнә йәшенде. Гөл шунда! Башҡа бер ҡайҙа ла булыуы мөмкин түгел. Ахунйәновҡа шылтыратырға кәрәк!
– Алло, – телефондың теге яҡ осонда тыныс тауыш ишетелде.
– Алло, был Дим! Мин Гөлдөң дә, теге малайҙың да ҡайҙа юғалғанын таптым! Улар күрше Сашаның баҙында. Әле генә ул шунан ҡанға батып килеп сыҡты, – Дим тулҡынланыуынан бөтә хәрефтәрҙе лә аныҡ әйтә алманы.
– Ашыҡма. Тимәк, һин ҡыҙың күрше баҙында тиһең?
– Эйе!
– Быны нисек дәлилләрһең?
– Көндөҙ мин унда әбейҙең йәшелсәһен алырға төштөм. Унда бер фанера алына ине, әле Саша шунан ҡанға батып килеп сыҡты!
– Шунан? Бәлки күршең яңылыш ҡырҡылғандыр?
– Юҡ, Гөл шунда. Малай ҙа шунда. Һеҙ был енәйәттең осона сығырға теләмәйһегеҙме ни?
– Туҡтале, Дим, малай табылды.
– Нисек инде табылды?
– Буйға, төҫкә оҡшаш малай кәүҙәһен кисә төҙөлөштә тапҡандар. Лифт шахтаһында ҡыҫылып торған булған.
– Ә кем ҡысҡырҙы һуң төнөн?
– Этем белһен, унда төнөн кем генә йөрөмәй. Башҡаса миңә шылтыратма, йәме? Мин ниндәйҙер истеричка өсөн документһыҙ-ниһеҙ кеше баҙына төшөп йөрөй алмайым.
– Ә? – Дим ниҙер әйтергә уйланы, тик башҡа бер ниндәй ҙә фекер килмәй ине.
– Ҡыҙыҡай һинән үҙе ҡасҡандыр әле. Бик сәйерһең, – Ахунйәнов трубканы ташланы.
Аңлашылды. Бында ғәҙеллек эҙләп башҡаларға мөрәжәғәт итеү мәғәнәһеҙ. Хөкөмсө ҡоралын үҙ ҡулыңа алырға кәрәк. Ҡул һелтәр өсөн инде һуң. Күп аҙымдар үтелгән. Ә бәлки, Дим бер ҡайҙа ла бармағандыр? Ул бит бөтөн көстән тырышып та ҡараманы? Бер урында тыпырсыныу был. Юҡ. Хәҙер алға һәм алға, үҙеңә енәйәт ҡылырға кәрәк булһа ла ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Полиция бында барыбер килмәй. Хәҙер бер кем яҡлау тәҡдим итеп ишек шаҡымаҫ, үҙеңә бар ишектәрҙе осора тибергә кәрәк.
Дим атылып тышҡа сыҡты. Тик артабан ни эшләргә белмәй ине. Сашаға инеп уға пистолет тоҫҡарғамы? Ә еңергә көс етерме? Әллә лом тотоп баҙ ҡапҡасын шаҡарып ҡарарғамы? Ни эшләргә?
Ҡапыл йорт алдынан Маһмай йүгереп үтте лә туҡтап ҡалды. Ауыҙына ниҙер ҡапҡан. Эт һуҙылып ятып табышын кимерергә тотондо. Был бит, ҡыҙыл кеды! Дим кире өйөнә инеп үҙе тапҡан һыңарын эҙләргә тотондо, әллә был берәҙәк шуны һөйрәп йөрөтәме? Юҡ, Дим тапҡаны өйҙә. Шул саҡ егет ишеген асыу менән боевиктарҙағы кеүек эткә тоҫҡап ата башланы. Тик пистолеттың зыяны күберәк пулянан түгел, тауышынан килә ине.
Маһмай ашыҡмай урынынан торҙо. Биш тапҡыр яңғыраған атыуҙың береһе лә эткә эләкмәгән, ахыры. Улайһа, мә һиңә тағы, мә! Атыуҙан сыҡҡан шартлау урынына буш затвор тауышы ишетелде. Маһмайҙан һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булып ҡан аға.
Тауышҡа Саша йүгереп сыҡҡан. Елкәһендә алһыу бинт, күҙҙәрендә ярһыулыҡ.
– Нимә эшләйһең, маңҡа малай!? – ир бар кәүҙәһе менән Димгә ябырылып уны ергә ҡолатты. Танауға беренсе йоҙроҡ килеп эләкте, икенсеһе…
– Тор унан! Саша, нимә эшләйһең!? – Тамара ҡулға эләккән беренсе таяҡты тотоп күршеһенең арҡаһына һуҡты. Саша ашыҡмай торҙо. Йоҙроғонан ҡан тамсылары тама. Тын алышы йышайған.
– Нимә эттәр кеүек сыйнашып ятаһығыҙ? – Тамара ҡысҡыра башланы.
– Ул Маһмайға атты! – тип ҡысҡырҙы Александр.
– Шунан? Ул берәҙәкте күптән аҙаштырырға кәрәк. Йөрөй шунда кеше ҡурҡытып!
– Ул минең дуҫым. Теймәгеҙ уға! – Саша күҙендә йәш тамсыһы күренде.
Дим аңына килеп торорға маташты. Булдыра алманы. Аяҡтарын һуҙып ултырҙы.
– Тамара инәй, баҙҙың асҡысын бирегеҙ. Унда минең Гөлөм! – Димдең тауышы саҡ сыҡты, әммә быны ике күрше лә яҡшы ишетте. Саша Тамараға ҡараны. Йөҙөндә ғәжәпләнеү һиҙелә ине.
– Мин уны сөгөлдөр артынан төшөргәйнем. Бар, кит бынан! – тип Тамара күршеһен ҡыуып ебәрҙе. – Тор әйҙә, битеңде йыуайыҡ.
– Гөл! – тине Дим әбейҙең ҡулына тотоноп.
– Ниндәй гөл тағы? Юҡ унда бер нәмә лә. Башыңа ныҡ тейгән, ахыры, меҫкенкәй. Бар, өйөңә инеп ятып тор.
– Асҡысты бирегеҙ.
– Үәт малай! Асҡыс һорай тағы. Өйөңдә ашарыңа юҡмы!? Минең сөгөлдөрөмә күҙең төшкән! Ин бар! Башҡаса күҙгә күренеп йөрөмә!
– Саша унда кешеләрҙе урлап тота! – Дим бирешмәне. Башы әйләнһә лә ул хәҙер аяғында ныҡ тора.
– Кешеләрҙең юғалыуы албаҫтының эше! Телевизор ҙа ҡарамайһыңмы ни!? Күпме әйттем был ерҙә шайтан эйәләгән тип, юҡ, бер кем дә ышанмай! – Әбей өс тапҡыр төкөрөндө.
Дим ерҙә ятҡан пистолетын алып өйөнә инеп китте. Быны күҙәтеп торған Тамара ишек ябылыу менән таяғы менән уны тыш яҡтан терәтеп ҡуйҙы.
Дим битен йыуып диванына ятты. Ауыртыу бөтөп бара, тик барыбер хәл юҡ. Өй янында ниндәйҙер шыбырлашыуҙар ишетелә, әммә бер һүҙҙе лә аңлап булмай. Димгә уларҙы тыңларға үҙ уйҙары ҡамасаулай.
Ни булһа ла Тамаранан асҡысты алырға кәрәк. Үҙе бирмәгәс, урларға! Бына төн генә етһен. Төнөн ул күрше әбейҙең өйөнә төшәсәк.
***
Йоҡо аралаш һаташып ятҡандан һуң Дим уянды. Баш похмелдән кеүек ауырта. Ҡайһы саҡ көндөҙ йоҡлаһаң шулай була ул. Сәй эсеп, бер аҙ хәл йыйырға кәрәк. Тик ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, өйөндә ут ҡабыҙмаҫҡа булды егет. Өйҙә юҡ, йә йоҡлай, тип уйлаһындар.
Ишек берҙе көслө итеп эткәндән һуң асылды. Ҡолаған таяҡ тауышы ишетелде. Дим был хәлдең асылына төшөнмәне. Ул нисек булһа ла үҙен шымыраҡ тоторға тырышты. Тышта әкрен генә ел иҫә. Был саф еҫ егеткә көс өҫтәне. Күктә болоттар артынан тоноҡ ай яҡтыһы күренә. Төҙөлөштәге кран туҡтаған. Прожекторҙар ҙа яҡтыртмай. Өфө йоҡлай.
Тамараның ишеге, әлбиттә, бикле булып сыҡты. Ул көндөҙ ҙә йоҙаҡланып ултыра. Төнөн асыу ҡайҙа? Дим әбей өйөн тирә-яҡлап урап сыҡты. Был йорт та күптән ремонт күрмәгән. Бүрәнәләр араһындағы мүк елгә осоп бөткән, ҡайһы бер урында ярыҡ аша өй эсен дә күрергә була. Бахыр әбей бында нисек өшөмәйҙер?
Димдең ҡарашы тәҙрәгә төбәлде. Боронғо ауыл тәҙрәһе был. Ике рама һәм уға ҡатып ҡуйылған сөйҙә нығытылған быяла. Тырышһаң, бөгөлгән сөйҙө урынынан шылдырып быяланы алырға була. Димдең шулай ауылда тәҙрә ысҡындырғандарын күргәне бар ине.
Ерҙә ятҡан таш осо менән красканы сыйып бөтөргәндән һуң ул булған көсө менән сөйгә баҫты. Әһә, беренсеһе булды. Тағы бер-нисәү һәм быяланы алып була.
Дим мөмкин тиклем шым быяланы алып нигеҙгә терәтеп ҡуйҙы. Әле сатлама һыуыҡтар етмәгән, шуға ла тәҙрә бер ҡат ғына. Бәлки, әбейҙә бөтөнләй икенсе ҡат тәҙрә юҡтыр.
Бер аҙ маташҡандан һуң Дим өй эсенә инә алды. Телефонындағы фонаригын ҡабыҙып уның утын бармағы менән ҡапланы һәм кескәй генә ярсыҡ ҡалдырып тирә-яғын ҡараштырҙы. Иң мөһиме – әбей ятҡан бүлмәгә юлыҡмаҫҡа.
Танауға ҡартлыҡ еҫе бәрелде. Аяҡ аҫтында кипкән үлән ҡыштырҙай. Фонарик нуры стена буйлап үрмәләп ундағы рама эсендәге фотоһүрәткә юлыҡты. Ә фотола Тамара һәм… Саша. Уның янында тағы бер фото. Быныһында өс кеше: йәшерәк Тамара, уның йәшендәге ир һәм үҫмер Александр. Нимә-нимә, ә был егеттең йөҙөн меңдәр араһынан да танырһың. Башҡа шикләнеүҙәр ҡалманы. Саша – Тамараның улы.
Ҡапыл эргәлә генә ниндәйҙер ыңғырашыу ишетелде. Дим ипләп кенә телефонын тауыш яғына борҙо. Фонарик яҡтыһы иҙәндә ятҡан ҡыҙ һынын ялманы. Ул яланаяҡ һәм еңел йәйге күлдәк кейгән. Уң ҡулында наручник, икенсе осо батареяға эләктерелгән. Дим был кешелә күңеленә яҡын Гөлөн таныны.
Егет эргәһенә сүкәйеп ипләп кенә башынан һыйпаны. Ҡыҙ тертелдәп уянды.
– Ҡурҡма, был мин – Дим, – тип шыбырланы егет һәм фонарик менән үҙенең битенә яҡтыртып күрһәтте.
– Дим, – көсһөҙ генә ысҡынды исем.
– Мин һине ҡотҡарырға килдем. Хәҙер асҡыс табам! – Димдең тауышы нығыраҡ яңғыраны.
Ҡапыл бүлмә яҡтырып китте. Түбәлә эленеп торған армыт яҡтыһына күҙҙәр ауыртты. Бер күҙ өйрәнгәс ишек уйымында торған Тамара һыны күренде. Былай ҙа матурлыҡҡа бай булмаған әбей төнөн тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Ҡыҫҡа сәстәре туҙған, ә һарғайып бөткән төнгө күлдәге бына-бына сереп ҡойолорға әҙер. Быялаһыҙ тәҙрәнән ел өрөп пәрҙә менән уйнай башланы. Бер күренеп, бер күренмәй яҡынлашҡан Тамара әкиәттәрҙәге Мәскәй әбейҙе хәтерләтә. Бына ул ысын албаҫты!
– Кем һине бында индерҙе? – Ҡарсыҡ тауышынан хатта ел тымды. – Ниңә тәҙрәмде ваттың? Малай, тыныс ҡына йәшәй алманыңмы!?
Дим урынынан һикереп торҙо.
– Хәҙер үк наручниктарҙың асҡысын бирегеҙ. Юғиһә полиция саҡыртам!
– Саҡырт. Мин әле Сашкаға шылтырата торайым. Ул бында тиҙерәк килеп етер, – Тамара боролоп икенсе бүлмәгә юлланды. Дим күп уйлап тормай уны артынан барып этте. Иҙәнгә һуҙылып ятҡан әбейҙең муйынынан бауға бәйләнгән бәләкәй асҡыс төштө.
Ҡылт-ҡылт, Гөлдөң ҡулы бығауҙарҙан ысҡынды. Тик азатлыҡҡа – тышҡа илтеүсе ишектең йоҙағы эс яҡтан да асҡыс менән бормалы булып сыҡты.
– Сынок, теге жулик йортома инде, – Тамара тәким телефонына барып еткән.
Дим булған көсө менән аппаратты стенаға һелтәп ярҙы. Гөлдөң хәле бөтөнләй юҡ, ишеккә терәлеп ятҡан. Егет наручниктарҙы алып Тамараның ҡулдарын бығаулай башланы.
– Алйот! Ул бит бары уйнай ғына. Һин аңламайһың! – әбей әллә үҙен, әллә улын аҡларға тырышып ҡысҡыра башланы.
Туҡ-туҡ-туҡ! Ишеккә туҡылдаталар. Ҡурҡыштан Гөл дә үҙендә көс табып аяҡтарына баҫты.
– Мам, ты в порядке? – Ишек артынан тауыш ишетелде.
Дим ниҙер яуапларға маташҡан әбейҙең ауыҙына сепрәк тығып Гөл менән тәҙрә аша сығып ҡасты. Бүлмәлә ел генә уйнап ҡалды.
***
Си Цзиньпин урамында көҙҙөң сағыу мәле. Киң тамырлы олпат ағастарҙың япраҡтары ергә ҡойолоп ҡуйы, һары келәм түшәгән. Ҡояш нурын сайҡатып күл тулҡындар уйната. Ахунйәнов трамвай туҡталышы ҡаршыһындағы йортта туҡталып башын өҫкә күтәрҙе.
– Һеҙгә повестка, – тине ул ҡыйыҡ башында йөрөгән Димгә ҡарап. Егет, ниһайәт, мәңге шығырҙаған ҡалай киҫәктәрен нығыта.
Ҡағыҙҙы ҡарайған йорт таҡталарын һарыға буяп йөрөгән Гөл алды.
– Тәфтишсе барлыҡ уликаларҙы йыйҙы, бер аҙнанан суд. Һеҙ – төп шаһиттар. Шуға күрә, һуңламағыҙ, – капитан Ахунйәнов кәпәсен күтәреп хушлашты ла ҡояш байыған яҡҡа атланы.
Дим Гөлдөң янына төшөп уны биленән ҡосаҡланы. Туҡталышта бышылдап трамвай туҡтаны. Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ…
Миллионлаған кеше йәшәгән ҡаланың һәр трамвай туҡталышында ла, бәлки, ошоға оҡшаш тарих геройҙары йәшәйҙер. Күп ҡатлы йорттарға ҡарап уның һәр тәҙрәһе артында кешеләр йәшәгәнен баштан уҡ аңламаҫһың да… Ә был бит көн һайын Өфө урамдарында булған меңәрләгән тарих, миллион яҙмыш, тигәнде аңлата.
10.11 – 09.12.2019
Ахрызамандан һуң
Ҡайҙа, ҡасан, нисек?
Ә һеҙҙең ахрызаманды күҙ алдына килтергәнегеҙ бармы? Бөтә ерҙә ҡан, ҡып-ҡыҙыл төҫтәге күк, ер йөҙөн элгәре күҙ күрмәгән шайтан, ендәр баҫып алғандар, йән – яҡта ҡысҡырған тауыштар, кешеләрҙе тереләй суҡыған ҡарғалар… Яҡынса шулайыраҡтыр. Тик ысынында ахрызаман күпкә ябайыраҡ һәм ҡыҙғанысыраҡ үтте. Булған ваҡиғалар һин йәшәгән дәүерҙән һуң булһа ла, ваҡыт шаршауы беҙҙе алыҫ айырманы. Был хикәйә ахрызамандан һуңғы ваҡиғалар хаҡында.
Башта ахрызаман тип аталған көндәр тураһында һөйләп үтәйем. Был хоҙай бойороғо буйынса булдымы, әллә кешелектең битарафлығы арҡаһындамы – кем белһен. Ҡиәмәт көнө тип әйтерлек түгел ул. Ерҙе ярып тамуҡтан сыҡҡан Иблес тә булманы, йөрәкте табанға төшөрөп йәнеңде йолҡоп алған Ғазраил да килмәне, дейеүҙәр ҙә күренмәне. Хатта мәрхәмәтле фәрештәләр ҙә һәләкәткә дусар булған кешеләрҙе ҡотҡарманы.
Күнегелгән мөхит беҙҙе үлтерҙе лә. Кемдәр ғүмер буйы диңгеҙ күрергә хыялланған, үлер алдынан уны күрҙе, тик билдәле алһыу ҡояш байыу мәле менән һоҡланып өлгөрҙө микән? Күктә диңгеҙ хаҡында ғына һөйләшәләр тиҙәр, һуңғы йылдарҙа үлгәндәр был темаға арыуыҡ фекер әйтә алыр ул. Ысынында, ахрызаман тигәнебеҙ ер шарын һыу баҫып алыуы ғына. Һанап бөтмәҫлек фабрикалар, заводтар, машиналар һәм башҡа мең-мең һауаны бысратҡан әйберҙәрҙең ҡалдыҡтары күккә осоп йыйыла торғас планетабыҙҙың азон ҡатламы юҡҡа сыҡты. Ә ул булмағас ҡояш нурҙары ер йөҙөн өттө генә. Көндөҙ тышҡа сығырлыҡ түгел, өйөң ҡалһа – өйҙә, баҙың булһа, баҙҙа ғына йәшенеп була ине. Ҡасандыр континентҡа һаналған Антарктида, Антарктика һәм башҡа боҙлоҡтар ике көндә тулыһынса иреп бөттө. Таулы яҡта йәшәгәндәр төндәрен тау түбәһенә ашыҡтылар, аҡыллылары унда ҡыуыш ҡорҙо, ер ҡаҙҙы, аҡылһыҙҙары янып бөттө. Шулай итеп, ҙур һыуҙан алыҫыраҡ булған ерҙә утрау-утрау булып Урал тауҙары тороп ҡалды ла инде.
Ваҡыт дауалай тиҙәр, дөрөҫтөр шул. Бер аҙ ваҡыт үткәс тере ҡалған халыҡ йәшәүҙең бындай шарттарына ла күнекте. Хәҙер инде һәр кемдең өҫтәлендә балыҡтың мең төрө көн һайын ашҡаҙанды ҡыуандыра. Ҡай саҡ ҡош та эләгеп ҡала, ул көндө – байрам. Көн менән төн буталыуы ла йәшәү кәлейәһен борманы. Халыҡ һаман да көндән-көн ашауын, ашағанын сығарыуын, үрсеүен һәм үҙ-ара ирешеүен дауам итте. Тау-утрау ғүмерҙә лә таныш булмаған кешеләрҙе берләштерҙе. Шулай итеп, бер ерҙә өсәү көн күрә башланы. Ул да булһа ғалим, күрәҙәсе һәм эт. Этте улар ашамайҙар ҙа, ашатмайҙар ҙа, сөнки үҙ тамағын бында һәр кем үҙе генә ҡарай, ә хайуанды үлтерергә ярамай. Кем белә, бәлки был донъялағы һуңғы эттер…
Был тормош ғалимға ғына оҡшай ине, сөнки ул физик, ә бында эксперименттары өсөн кәрәккән һәр нәмә бар. Һыуҙың күплеге һәм ҡояштың тырышлығы арҡаһында ергә көн һайын ямғыр яуа. Тик ҡәҙимге генә итеп яумай, дауыл, йәшене менән ҡуша була. Физик бәхетенә улар ҡунған тау ҡасандыр саңғы шыуа торған үҙәккә ингән һәм уның тубәһендә тимер-томор бағаналар байтаҡ. Ул свет бағанаһы ла, саңғысыларҙы күтәрә торған бағана ла, төрлө тросс, сымдар, кабинкалар, хатта саңғы таяҡтары. Ер йөҙөндә иң бәхетле кешеләр улар, сөнки тауҙа ял итеүселәргә тип төҙөлгән ҡыуыш та бар ине, әҙерәк кенә ҡул менән эшләгәс, хатта өйгә лә оҡшаны. Ғалим бағаналар ярҙамында йәшендәр тотоп сымдар аша үткәрә лә үҙе эшләгән трансформаторға ток йүнәлтә, ә унан һуң электр ҡулдары өй эсенә, лампочкаға юл һала. Шулай итеп ожмах шарттарында көн күрәләр. Яҡтылыҡ үткәрелгәс, ҡыуыштың булған тишектәре лә көпләнелде, сөнки бында шундуҡ башҡа халыҡ йөҙөп килер ине. Ә бит бында йәшәр өсөн тау башын ҡан менән йыуырға тура килде…
Физик эш менән булған саҡта күрәҙәсе нишләне тиһегеҙме? Ул көндәрен һәм төндәрен үҙ эше менән булышты. Чакраларын таҙартты, өсөнсө күҙен ыуаланы, үҙенсә мәз килде былай. Кәрәкһеҙлектән батып ятыр ине лә, йомшаҡ йөрәкле, нескә күңелле һәм кешелекте ҡотҡарыу теләге булған өсөн генә тере ҡалды. Утрауҙа урынлашҡан аҡыл коэффициенты йыһанға тиклем еткәс, күрәҙәсе ҡоролмаһы ла шулай ине. Сихырсы үҙ көсө арҡаһында теге донъя сиктәренә инеп йәндәр менән аралаша ала, кәрәк мәлдә эйәртеп ергә лә алып ҡайтыу мөмкинлеге бар. Шул мөмкинлеге булған донъяны һыу тотҡононан ҡотҡара ала. Ғалимдың аҡылы ярҙамында төҙөлгән "терелтеү үҙәге"нән хәҙер тотош донъяның яҙмышы тора. Ә бына ни өсөн, экстрасенс йәндәр иленә сәйәхәт итеп ер йөҙөндә ҡасандыр балҡыған талант эйәләрен, бөйөк ғалимдарҙың йәнен был донъяға ҡайтара һәм физиктың аппаратына ҡундыра. Терелтеү үҙәге үҙ сиратында йәнде яңы тәнгә индерә һәм, мәҫәлән, ХХ быуат шәхестәре ХХII лә йәнә йәшәй башлай.
Теория шәп, аппарат төҙөлгән, инде тән табып терелтә башларға ғына кәрәк. Ғүмергә Да Винчины, Тесланы, Энштейнды, Поповты һ.б. ҡайтарып бөгөнгө хәлде аңлатҡас, бөйөк аҡылдар ошондай ҡыҙғаныс урындан ҡотҡарыу юлы уйлап табырҙар әле. Бәлки ракета төҙөп башҡа планетала йәшәп китербеҙ, бәлки һыу аҫтына карапта сумып капитан Немо кеүек көн күрербеҙ, ул осраҡта Жюль Вернды ла терелтергә кәрәк. Йә ярай, йәнгә йәшәргә яраҡлы тән тапҡас барыһы булыр. Ә әлегә тән табыу мәсьәләһе көн, йәки яңыса төн үҙәгендә тора.
Ғалимдың да булған ғүмере
Күк йөҙө шашҡандан шаша, ай хөкөмө аҫтында булған һәр ерҙә әүәлгесә кеше күрмәгән шторм. Аҡылдан яҙған тәбиғәт үҙ ҡанундарын һеңдерә. Бындай көндө балыҡ тотоуы үтә ҡурҡыныс. Тик аслыҡтан ҡасып булмай һәм ошо хәлдә бер ниһеҙ ҡалған кеше үҙ көсөн йыя башлаған тәбиғәт менән аяныслы көрәшкә инә. Ҡасандыр, кешелек тәбиғәтте еңә ала ине, хатта тулыһынса ҡырып ташлау сигенә лә еткән ине. Тик ғәҙеллек барыбер була ул. Үҙ заманыңа тап килмәһә лә ейәндәрең хөкөмгә эләгәсәк…
Кескәй утрауының сигендә физик балыҡ ҡармаҡлай.Тик был шөғөл дә арыуыҡ үҙгәрештәр кисергән икән. Хәҙер "ҡармаҡ" һүҙе сараның исемендә генә тороп ҡалған, селәүсен дә кәрәкмәй. Көслө тулҡындар утрауға балыҡты үҙе алып килтереп ташлай, тиҙ генә йүгереп йыйып алырға ғына ҡала. Ошондай ысул менән бер биҙрә балыҡ йыйып алып эскә индереп биргәс, ғалим ҡыуыштарының янында ятҡан торбаға ултырып уйға батты.
Был урындан ғәжәйеп матур күренеш асыла. Бында, берҙәм океан өҫтөндә, әйтерһең, алыш йә шашҡан йәндәр бейеүе бара. Уңдан, һулдан бейек тулҡындар бер-береһе менән осрашып бәреләләр ҙә, ҡушылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яңы тулҡын башҡаһына барып йәбешә. Тыңғыһыҙ мәжлес әллә үҙ ҡайғыһына батып йәшәгән кешелекте һүрәтләй, әллә донъяла өҫтөнлөк алғанын байрам итә. Ә өҫтә, ғәрәсәттең тамашаһын ҡарап йондоҙҙар теҙелгән. Эре-эре бөртөктәр күк йөҙөн тултырған, һәр береһе гәүһәр кеүек, кешеләрҙең хыялдары менән балҡый. Ә уртала, түп-түңәрәк алһыу-ҡыҙыл шар, барыһынан да өҫтөнлөгөн белдереп тулыланып, ауырайып тора. Тап ошондай тулы ай аҫтында физик үҙенең ғүмерлек мөхәббәте менән осрашҡайны. Күңеле техник фәндәргә ыңғайлаһа ла, бөгөн уның шиғырҙар ижад иткеһе килә…