Читать онлайн Шиғри һүҙем менән. Шиғырҙар бесплатно

Шиғри һүҙем менән. Шиғырҙар

© Сәйгөл Алтын, 2024

ISBN 978-5-0062-8930-7

Создано в интеллектуальной издательской системе Ridero

  • Зарифа әбей
  • Яланда эшләй
  • Орлоҡтар йыя
  • Тоҡтарға ҡуя
  • Тәбиғәт матур
  • Зарифа ғорур
  • Ҙур бит хайуандай
  • Трактор тырылдай
  • Сыйырсыҡ, турғай
  • Ем юлда ашай
  • Ҡояш та балҡый
  • Ҡыҙ китап уҡый
  • Беҙҙең ҡарашта
  • Саф һауа тышта
  • Кем тышҡа сыға
  • Йәм килә уға!
  • Һорамайса килә изге март,
  • Сәйәхәтсе һымаҡ бит ул ҡарт.
  • Ә ни өсөн март та ҡарт булған?
  • Ул күп саҡрым беҙгә атлаған.
  • Ҡарҙар, буран аша ул килгән,
  • Умырзая юлда эҙләгән,
  • Беҙгә еткәс тә уны тапҡан
  • Бушҡа түгел еренә ҡайтҡан!
  • Ҡояш менән көн һайын уйнай.
  • Февраль китеп, бик оҙаҡ илай.
  • Күҙ йәштәре ямғырҙай тама.
  • Яҙ мәлдәрен, йәнем, онотма.
  • Йөрәгемә килә изге март
  • Йылы ҡосаҡ менән ул йомарт.
  • Тышта томан, ҡуйы томан.
  • Һыуыҡ менән тулы урман.
  • Ҡыш китәсәк әле ҡасан,
  • Һыуыҡ китһә, китер томан.
  • Үткән байрам, шаулы байрам.
  • Томан менән тулы урам.
  • Кем йортонан сыға ала,
  • Юлды тапмаҫ ул тағы ла.
  • Һыуыҡ менән тулы ҡала
  • Ялҡаулыҡта кеүек була
  • Уны яба ҡалын юрған
  • Ҡыш билдәһе, ап-аҡ томан.

Яҡын дуҫтан хатты алып,

Уны юғалтмаҫҡа теләйем.

Шиғриәтле юлды уҡып,

Илһамымды бында эҙләйем

Дуҫ минең йәнемде белә,

Уның яҡта булғым килә.

Алыҫ ерҙә йәшәй, ләкин

Күңелемә ул -иң яҡын.

Хәтирәләр генә тотоп,

Йылы һүҙҙәр оҙаҡ һаҡлайым.

Аралыҡты ла онотоп

Рухи туғанлыҡты аңлайым.

Читать далее